Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2024, 10:30

Пайсыларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә

  Шишмә район  прокуратураһы ҡатынға «мутлашыу» һәм «үҙләштереү» статьялары буйынса енәйәт эше асҡан.

Пайсыларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнәПайсыларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә
Пайсыларҙың аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә

 БР прокуратураһының  матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  ҡатын «Кедит-центр» кооперативында  менеджер булып эшләгәндә, 2020 йылдың авгусынан 2022 йылдың мартына тиклем пайсыларҙың  шәхси мәғлүмәтен файҙаланып,  фиктив рәүештә ҡулланыусылар  займына килешеүҙәр төҙөгән һәм ойошманың кассаһынан 7,7 млн һум аҡса алған.

Шулай уҡ элекке хеҙмәткәр  предприятиеһы кассаһына  граждандар тарафынан бирелгән вкладтарҙан 12 млн  һумдан ашыу аҡса  индергән.

Алынған аҡсалар менән ул үҙе теләгәнсә идара иткән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Шишмә район судына тикшереү өсөн ебәрелгән.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас