Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2024, 14:19

Күп тапҡырға артығыраҡ ҡултамға йыйылған

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы илебеҙгә Президент һайлауҙа ҡатнашасаҡ Владимир Путинды хуплап йыйылған ҡултамғаларҙы ҡабул итеп алған. Ил башлығының ышаныслы кешеләре, ирекмәндәр мөһим исемлекте 95 ҡапҡа һалып килтергән.

Күп тапҡырға артығыраҡ ҡултамға йыйылғанКүп тапҡырға артығыраҡ ҡултамға йыйылған
Күп тапҡырға артығыраҡ ҡултамға йыйылған

Путиндың һайлау штабы бер ай дауамында ҡултамға йыйҙы. Әйтеүҙәренсә, тейешле 300 мең урынына ун тапҡырға күберәк ҡултамға йыйылған. Шулай ҙа ЦИК-ка 315 меңе генә тапшырылған. Хәҙер ҡултамғалар ентекле тикшереләсәк: тәүҙә комиссия дөйөм һаны буйынса баһалай, шунан осраҡлы 60 мең ҡултамға һайлап алынып, махсус сканерлау аппараттары ярҙамында тикшерелә.

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас