Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2024, 18:59

Изгелекле хеҙмәткәрҙәргә мең рәхмәт!

Буран ваҡытында М-7 трассаһында, Илеш районы Исәмәт ауылы янында, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре йылыныу пункты асҡайны. 

Изгелекле хеҙмәткәрҙәргә мең рәхмәт!Изгелекле хеҙмәткәрҙәргә мең рәхмәт!
Изгелекле хеҙмәткәрҙәргә мең рәхмәт!

45 кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Кемдер һыу һорап килгән, кемгәлер яғыулыҡ талап ителгән, кемдеңдер аҙыҡ-түлеге булмаған. Һәр кемгә ярҙам күрһәтелә. Бөгөн пункт ябылған, хеҙмәткәрҙәр даими эш урынына ҡайтҡан.

Мең йәшәһен изге кешеләр!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас