Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2024, 09:19

Балалар онкология үҙәге тәүге пациенттарны ҡабул итә башланы

Өфөлә балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге 25 ғинуарҙа файҙаланыуға тапшырыла.  Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.   

Балалар онкология үҙәге тәүге пациенттарны ҡабул итә башланыБалалар онкология үҙәге тәүге пациенттарны ҡабул итә башланы
Балалар онкология үҙәге тәүге пациенттарны ҡабул итә башланы

 

БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков әйтеүенсә,  уҙған аҙнала онкоүҙәккә кескәй пациенттар килә башлаған да инде. 

«Балаларҙы урынлаштырҙыҡ, санэпидемия нормалары буйынса саралар үткәрҙек.  Бөгөндән башлап эш башлана», – тине ул.   

 Алдан хәбәр ителеүенсә, онкология үҙәге 92 койка урынға иҫәпләнгән.   Уны файҙаланыуға тапшырыу  кескәй пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото:Башинформ.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас