Ҡанлы һынау
Күк йөҙөндә ҡара һөрөм... Күпме ваҡыт белмәй тыныу. Ир- егеттәр яҙмышына Төшкән ҡанлы, ауыр һынау. Әсә йөҙҙәрендә хәсрәт , Улын көтә йөрәк услап: Ҡасан ҡайтыр улғынаҺы, Алыр ине, эй ҡосаҡлап... Ҡайтып инһен аяғында- Көтә күптәр ҡәҙерлеһен. Әленән әле насар хәбәр , Өҙҙөрә шул бәғерҙәрҙе... Ҡасан туҡтар ҡан ҡойоштар?! Билдәһеҙлек йөрәк өтә. Тыныс таңдар атыр, беләм, Өмөт ҡуҙы һүнмәй көтә.
Әлфиә Абдрафиҡова