Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2024, 09:41

51 йәшлек саңғысыны ҡотҡарғандар

 Өфөлә ҡотҡарыусылар 51 йәшлек саңғысыға ярҙамға килгән. 

51 йәшлек саңғысыны ҡотҡарғандар51 йәшлек саңғысыны ҡотҡарғандар
51 йәшлек саңғысыны ҡотҡарғандар

 Ҡатын саңғыла йөрөү өсөн урманға сыға.  Әммә ҡайһылыр бер мәлдә уның хәле ҡапыл насарайып китә.  Ҡатын  ашығыс ярҙам саҡыртыуҙы һорап, туғанына  хәбәр итеп өлгөрә.   

Саҡырыуға эҙләү-ҡотҡарыу  отряды һәм ашығыс ярҙам бригадаһы килә.  Бер километр самаһы улар зыян күреүсене «Ашығыс ярҙам» машинаһына тиклем санала  һөйрәп алып бара.  Унда иһә ҡатынға медиктар ярҙамға килә.

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас