Шулай уҡ идара итеүсе компанияларҙың йорт яны биләмәләрен, инеү төркөмдәрен һәм күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуҙы тейешенсә алып бармауы асыҡлана. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта прокурорҙар реакцияһы акттарын ҡарау сиктәрендә коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡарҙан таҙартыу эшен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән саралар күрелә, 250-нән ашыу техника берәмеге һәм 370-нән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән.
Башҡортостан прокуратураһы ҡышҡы осорҙа төҙөкләндереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшереүгә 21 тәҡдим индергән, 13 административ хоҡуҡ боҙоу эше ҡуҙғатылған. Тағы ла 13 кеше закон боҙоуҙар рөхсәт ителмәй тип иҫкәртелгән.
Фото: "Башинформ", текст: Әлфиә Әһлиуллина.