Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2024, 18:45

М-5 "Урал" трассаһында ҙур йөк машиналары һәм пассажир автобустары өсөн хәрәкәт ябылды

М-5 "Урал" Мәскәү-Рязань-Пенза-Һамар-Өфө-Силәбе участкаһында 1194-се саҡрымдан 1456-се саҡрымға тиклем пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябыла. Асылыуы тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

М-5 "Урал" трассаһында ҙур йөк машиналары һәм пассажир автобустары өсөн хәрәкәт ябылдыМ-5 "Урал" трассаһында ҙур йөк машиналары һәм пассажир автобустары өсөн хәрәкәт ябылды
М-5 "Урал" трассаһында ҙур йөк машиналары һәм пассажир автобустары өсөн хәрәкәт ябылды

Дәүләт Автоинспекцияһы инициативаһы менән автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында иртәнге сәғәт унға тиклем йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләүҙәр индерелде:

Подымалово-Николаевка - 27-55 км, Курасково-Нурлино-Арыҫлан - 0-32 км, Өфө-Шишмә - 0-36 км.


Автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында сикләүҙәр бөтөрөлдө:

Благовещен-Волково - 0-30 км, Ахлыстин-Төрөшлө - 0-25 км, Бедеева Поляна-Ахлыстин -0-25 км.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас