Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн иртән Калинин районының "Ольховник" ширҡәтендә баҡса йортонда ут сыҡҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, емереклектәрҙе тикшереү барышында ике һәләк булған кешенең кәүҙәһе табылған. Күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы үҙ контроленә алған, янғындың аныҡ сәбәбе янғын-техник экспертиза һөҙөмтәләре буйынса асыҡланасаҡ.
Фото: Өфө прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.