Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2024, 10:31

Йөк машинаһын кюветтан сығарышҡандар

Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы юлының 49-сы километрында йөк машинаһы юлдан осоп, шунда батып тороп ҡала, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Йөк машинаһын кюветтан сығарышҡандарЙөк машинаһын кюветтан сығарышҡандар
Йөк машинаһын кюветтан сығарышҡандар

Транспортты полиция өлкән лейтенанттары Илсур Ғабдуллин менән Дмитрий Малафеев күреп, ярҙамға килә. Улар кранлы ауыр техниканы ярҙамға саҡыралар һәм хәрәкәтте өлөшләтә ябалар. Фураны сығарғас, ул имен-аман юлын дауам иткән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас