Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2024, 11:00

Ишембай районында үлемесле авария...

Бөгөн Ишембай-Стәрлетамаҡ-Ҡарайған автомобиль юлының 9-сы километрында "Лада Калина" менән "Субару Форестер" бәрелешкән.

Ишембай районында үлемесле авария...Ишембай районында үлемесле авария...
Ишембай районында үлемесле авария...

"Лада Калина" автомобиленең водителе, 62 йәшлек ир, ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында вафат була. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлай, уның барышында ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас