Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2024, 16:28

Яңы поликлиникала менән таныштылар

Дыуан районы Мәсәғүт ауылында яңы балалар поликлиникаһында асыҡ ишектәр көнө үтте. 

Яңы поликлиникала менән таныштыларЯңы поликлиникала менән таныштылар
Яңы поликлиникала менән таныштылар

  Сарала урындағы халыҡ, район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев, район мәғариф бүлегенән  “Ғаилә” хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты.  Поликлиника мөдире  Александра Рафиҡова экскурсия үткәреп, кабинеттарҙың йыһазландырылышы менән таныштырҙы, халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. 

Балалар поликлиникаһы сменаһына 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.  Кескәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн  уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән  унда балалар өсөн уйын бүлмәһе, шулай уҡ әсәйҙәргә  балаларын имеҙеү   өсөн айырым бүлмә  булдырылған.    15 ғинуарҙан ул үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итә башланы ла инде. 

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас