Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2024, 06:34

“Әҙерәк эсергә кәрәк”

Рәсәйҙә эскеселек проблемаһы көсәйеп килә. Баҡһаң, алкоголгә бәйле кешеләр һаны артҡан, имеш.

“Әҙерәк эсергә кәрәк”“Әҙерәк эсергә кәрәк”
“Әҙерәк эсергә кәрәк”

Илебеҙҙә һуңғы ун йылда тәүгә “алкоголгә бәйлелек” диагнозы ҡуйыу осраҡтары йышайған.

Рәсәйҙең статистика хеҙмәте белгестәре әҙерләгән  «Здравоохранение в России – 2023» йыйынтығында 2010 – 2021 йылдарҙағы күрһәткестәр бар. Унда 2022 йылда ҡапыл ғына эскеселәр һанының артып китеүе күрһәтелә.

Мәҫәлән, “Ъ” баҫмаһына эксперттар атаған сәбәптәр араһында шулар: коронавирус пандемияһы, иҡтисади проблемалар һәм геосәйәси ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе. Шул уҡ ваҡытта 2021 йылға тиклем алкоголь бәйлелек тәүгә асыҡланған пациенттар һаны кәмей барған.

“Росстат” мәғлүмәттәре: 2010 йылда диспансер күҙәтеүендә “алкоголгә бәйлелек” диагнозы тәүгә ҡуйылған 153,9 пациент булған (шуларҙың 47 меңдән ашыуы алкоголь психоздан йонсоған). Биш йылдан был күрһәткес 103,6 меңгә тиклем төшкән. 2021 йылда 53,3 мең кеше булған. Ә 2022 йылда 54,9 кеше (шуларҙың 12,9 меңе – алкоголь психозлы) теркәлгән. Былтырғы мәғлүмәттәр ниндәй булыр?

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас