Радий Хәбиров:
Эш башлауымдың тәүге көндәренән үк экстремизмға һәм хәлде ҡаҡшатырға тырышыуға юл ҡуймаясаҡмын, тип белдергәйнем. Башҡортостан Башлығы булараҡ, мин республиканы, халыҡты милләт, тел, дин билдәләре буйынса бүлеп, милләт-ара татыулыҡты боҙорға тырышыуҙан яҡларға тейешмен. Был минең вәкәләттәрем һәм бурысым.
Кисәге хәлгә килгәндә. Күреүегеҙсә, суд хөкөм ҡарарын сығарҙы. Был ауыр ҡарар – 4 йыл дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһы.
Быға тиклем булған хәлдәргә туҡталғанда. 2020 йылда беҙ «Башҡорт»* ойошмаһын экстремистик ойошма тип таныу буйынса эш үткәрҙек. Был ул ваҡытта берҙән-бер дөрөҫ ҡарар булды, тип иҫәпләйем. Тик ойошманың ҡайһы бер етәкселәре быны аңлап бөтмәнеләр һәм артабан ошо йылдар эсендә төрлө формала яуаплылыҡҡа тарттырылдылар.
Алсынов* тураһында әйткәндә, ул быға тиклем экстремизм буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылғайны инде. Росфинмониторинг ҡарары менән ул экстремистик, терроризм эшмәкәрлегенә ҡатнашлығы булған кешеләр исемлегенә индерелде. Был бик етди ғәйепләүҙәр.
Үҙеңә яҡшы ниәтле экоактивист, патриот битлеге кейергә мөмкин, тик ысынында хәл бөтөнләй улай түгел. Бер төркөм кешеләр, ә уларҙың бер өлөшө – сит илдә йәшәгән һатлыҡ йәндәр, Башҡортостанды Рәсәйҙән айырылырға өндәй. Улар республикала партизандар һуғышы башларға саҡыра. Был кеше үлтереү өсөн хөкөм ителгән Руслан Ғәббәсов* та, наркотиктар өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған, бөгөн ябай чабан битлеге аҫтында йәшеренгән Фәнзил Әхмәтшин да.
Әле бик ауыр статья, күмәк тәртипһеҙлек, буйынса эш ҡуҙғатылды, һәм ул бик оҙаҡ хөкөм срогын күҙ уңында тота. Тәртип һаҡлау органдары был эште бик әүҙем алып бара.
Күңел тыныс түгел – бында беҙҙең дә, муниципалитеттарҙың да, ғәйебе барҙыр. Шәхсән үҙемдең ғәйебем – был кешеләрҙең кем икәнлеген, уларҙың асылын халыҡҡа тулыһынса аңлатып еткермәүебеҙҙә. Хәҙер был эш менән актив шөғөлләнәсәкбеҙ. Мин дә өндәшмәй ҡалмаясаҡмын, был егеттәрҙең ысын йөҙөн асасаҡбыҙ.
Тағы бер ҡабатлайым: ябай ғына чабан йә тәбиғәт һаҡсыһы битлеге артына йәшеренергә кәрәкмәй, ысынында был улай түгел. Төбәк Башлығы булараҡ мин республиканы яҡлаясаҡмын.
Мин халҡыбыҙға, баймаҡтарға, дөйөм алғанда йәмғиәтебеҙгә бик рәхмәтлемен. Баймаҡҡа бөтә республиканан бер нисә йөҙ кеше йыйылды, Баймаҡ халҡы килде, ҡаранылар һәм таралдылар.
Беҙгә нимә менән йәшәүебеҙ һәм был кешеләрҙең кем булыуы хаҡында күберәк һөйләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алам. Шуға был эште дауам итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда Башҡортостан үҫешә, артабан да алға барасаҡбыҙ.
*Фаил Алсынов: Росфинмониторинг тарафынан экстремистар эшмәкәрлегенә һәм терроризмға ҡатнашлығы булған кешеләр исемлегенә индерелгән.
*Руслан Ғәббәсов: Юстиция министрлығы тарафынан – сит ил агенттары исемлегенә, Росфинмониторинг тарафынан экстремистар эшмәкәрлегенә һәм терроризмға ҡатнашлығы булған кешеләр исемлегенә индерелгән.
*«Башҡорт»: 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды тарафынан «Башҡорт» ойошмаһы экстремистик ойошма тип танылды, Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды.