НАМЫҪЫҢДЫ ҺАТМА
Ишетмәйҙәр икән -ҡысҡырма, Тыңламайҙар икән -саҡырма, Асмаһалар әгәр ишеген, Туҡылдатма бүтән, астырма! Ышанмайҙар икән -аҡланма, Намыҫың таҙа булһа - ваҡланма, Һынған ботаҡҡа һин һис менмә, Күрә (а)лмаһалар ҙа һис көймә! Ҡәҙ(е)рең белмәһәләр - тағылма, Иҫкә алыр кәрәк булғанда. Яратмаһалар әгәр -яғылма, Йылытмаҫ ул яҡын булһаң да. Белмәһәләр әйҙә белмәһендәр, Ҡәҙереңде һинең ҡай саҡта, Ишетмәһә ишетмәһендәр ҙә, Тарала бит бер мәл шом хатта. Өҫтөн булып ҡал һин шау -шыуҙарҙан, Иғтибар ҙа итмә һин юҡҡа! Иң мөһиме -намыҫ таҙалығы, Бысыранма юҡҡа, һин туҡта!
Нутфуллина Рәйлә