Бер нисә ит төрөнән кәтлит әҙерләһәң, ул татлыраҡ килеп сыға .
Фаршҡа һөт һалыу кәңәш ителмәй. Иткә ҡайнап сыҡҡан йылымыс һыу ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ шикелле эслек әҙерләргә.
Кәтлиткә тик йомортҡаның һарыһын ғына ҡушырға.
Ни тиклем һуғанды күберәк ҡушһаң, шул тиклем кәтлит тәмле килеп сыға.
Кәтлиткә икмәк ҡушмаһағыҙ ҙа була. Эслек әҙерләгәндә ит үткәргестән үткәрелгән кәбеҫтә,картуф, кишер кеүек йәшелсәләр һалырға мөмкин.