Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ғинуар 2024, 17:21

"Айыҡ ауыл" конкурсы ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсы ярҙамында социаль әһәмиәтле мәсьәләләр хәл ителә. 

"Айыҡ ауыл" конкурсы  ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә"Айыҡ ауыл" конкурсы  ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә
"Айыҡ ауыл" конкурсы ауылдарҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә

  Алкоголизмға ҡаршы көрәштән тыш, конкурс тирә-яҡты төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә лә йүнәлтелгән.  Дүрт йыл эсендә конкурста ҡатнашыусыларҙың биләмәләрендә 30 яңы балалар һәм спорт майҙансығы, 12 парк һәм йәмәғәт территорияһы  барлыҡҡа килгән,   урамдар төҙөкләндерелгән, яңы коммуналь техника һәм һыу башнялары булдырылған.   

2023 йылда дөйөм бүләкләү фонды 40 млн һум тәшкил иткән.  12 еңеүсе ауыл  1,5 млн һумдан 6 млн һумға тиклем аҡса алды. Был аҡсалар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотонолдо.

  Мәҫәлән, Күгәрсен районы Бикбулат ауылында 5 млн һум бүләк аҡсаны  “Аҡбуҙат” балалар спорт майҙансығын төҙөүгә йүнәлткәндәр.

 Бөрйән районы Исламабай ауылында иһә халыҡ дөйөм йыйылышта төҙөкләндереү өсөн  ауылдың үҙәгендә урынлашҡан майҙанды һайлай. Унда мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ФАП һәм сауҙа нөктәләре урынлашҡан. Конкурста  ҡатнашып еңеү һөҙөмтәһендә бында балалар өсөн уйын комплексы барлыҡҡа киләсәк.

 Бынан тыш, төп бүләкләү фондынан башҡа 2023 – 2024 йылда конкурстың район этабында  еңеүселәр 200-әр мең һум аҡса аласаҡ. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас