Көслө, сәсәтеп йүтәлләү. Киви киҫәктәренә бер ҡалаҡ бал һәм әҙерәк дәрсен (корица) ҡушырға һәм йоҡлар алдынан ашарға.
Температура юғары булып, тамаҡ ауыртҡанда һәм йүтәлләгәндә тын ҡыҫылғанда. Киви, ваҡланған әнис һәм бал ҡушып сироп эшләргә. Уны талғын утта бер аҙ бешергәндән һуң, көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә.
Иммунитетты нығытыу өсөн кивиның яңы һығылған һутын эсергә кәрәк. Ике емештең һуты ла етә. Әселеген бер аҙ кәметеү өсөн кишер йә алма һуты ҡушып бутарға мөмкин.
Кивила С витамины күп, шунлыҡтан уны миҙгел ауырыуҙары көсәйгән мәлдә ашарға кәңәш итәләр. Организмда С витамины етмәүе вирусҡа ҡаршы тороусы беҙҙең һаҡлаусыбыҙ – интерферондың етерлек кимәлдә етештерелмәүенә килтереүе ихтимал.
Әйткәндәй, йәшелсә-емеште сей килеш ашағанда, витамины күберәк. Әммә ауырыу кешегә барыһын да шул килеш ашарға ярамай. Мәҫәлән, цитрус емештәренең әсеһе тамаҡтың лайлалы ҡатламын ялҡынһындырыуы бар. Шуның өсөн дә лимон, әфлисун, грейпфрут урынына киви ашарға мөмкин. Ул һеҙҙе тәүлек әйләнәһенә етерлек С витамины менән тәьмин итер һәм шул уҡ ваҡытта ашҡаҙандың лайлалы ҡатламына ла зыян килмәҫ.
Фото:Т.Аманов.