Уның маҡсаты – төбәкте тауыҡ ите һәм йомортҡа менән тулыһынса тәьмин итеү, шулай уҡ был аҙыҡ-түлекте экспортлауҙы үҫтереү, фермерҙарҙы ошо йүнәлештәргә йүнәлтеү һәм 2030 йылға 300 ҡошсолоҡ фермаһы ойоштороу, элеккеләрен төҙөкләндереү.
Көслө фермер ҡошсолоҡ фермаларын булдырыу миҫалдары ла бар."Баҡалы йомортҡаһы" хужалығы бер йыл эсендә 32 миллион тауыҡ йомортҡаһы етештереү күләменә сыҡҡан. Көнөнә 100 мең тауыҡ 80-90 мең йомортҡа килтерә. Предприятие хужаһы һәм уның етәксеһе Алмаз Сәхипгәрәев ҡошсолоҡҡа 20 йылдан эшләй. Оҙаҡ йылдар йәш тауыҡтар һәм бройлер тауыҡтар үрсетә һәм үҫтерә, ә 2022 йылда тауыҡ йомортҡаларын сәнәғәттә етештереүгә күскән.