Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһында бал етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Бөтә Рәсәйҙә татлы ризыҡты етештереү күләме буйынса Башҡортостандың өлөшө яҡынса 10,5 процент тәшкил итә. “2030 йылға тиклем умартасылыҡ үҫеше буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу” сиктәрендә төбәктә бал әҙерләү 10 процентҡа артҡан, - тип белдергән Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостанда умартасыларға дәүләт ярҙамы «Агростартап» грант программаһы сиктәрендә бүленә. Өс йыл эсендә һигеҙ умартасы үҙ проекттарын яҡлап сыҡҡан һәм дөйөм алғанда 21,6 миллион һум аҡса алған. Шулай уҡ умартасыларға республика бюджетынан ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө өсөн компенсация сифатында 24 миллион һум аҡса бирелгән. Бал етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына 4 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән.
Фото: mykaleidoscope.ru