Сәтләүектән биокүмер.
Уны етештереү өсөн кондитер предприятиеларындағы ҡабыҡ ҡулланыла. Пиролиз ярҙамында уны күмергә әйләндереү процесында газ барлыҡҡа килә.
Автомобиль тәгәрмәсенән мазут.
Ул 50 градусҡа тиклем һыуыҡҡа сыҙай, ундағы көкөрт миҡдары ике тапҡырға кәмерәк.
Тауыҡ тиҙәгенән биокүмер.
Тауыҡ тиҙәге төтәмәй һәм тупраҡты ашлау өсөн яраҡлы.
Биоэтанол.
Уны кукуруз, иген, шәкәр ҡамышы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡалдыҡтарынан эшләйҙәр. Бензинға 10 процент биоэтанол өҫтәү углекислый газ сығарыуҙы 30 процентҡа кәметә.
Башҡортостанда сорттарға айырғандан һуң ҡалған ҡалдыҡтарҙан альтернатив яғыулыҡ етештерелә. Уның менән Ишембай ҡалаһындағы «Эко-Сити» шөғөлләнә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан