Бөгөн, 17 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5,-10, көньяҡ-көнсығыш буйынса -15 градус.
Иртәгә, 18 ғинуарҙа, төндә республика буйынса, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15°, аяҙытҡанда -20° тиклем, көндөҙ -8, -13°.
Фото: Т. Аманов