РФ Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен һаҡлау мәсьәләһендә мобилизацияланыусыларға һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә законлы рәүештә тигеҙләү тураһында закон проектын ҡабул итте.
«МХО-ла ҡатнашыусыларҙың – контракт буйынса хеҙмәт итеүенә, мобилизация буйынса саҡырылыуына йәки үҙ теләге менән барыуына ҡарамаҫтан – барыһының да хоҡуҡтары бер дәрәжәлә һаҡланырға тейеш. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, беҙҙең илебеҙҙе һаҡлаусы дәүләтебеҙ уның тураһында һәм ғаиләһе тураһында хәстәрлек күреренә ышанырға тейеш», – тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.
Закон махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тәүге көнөнән үк үҙ ирке менән фронтҡа китеүселәрҙең барыһына ла ҡағыла.
Яраланған хәлдә федераль бюджеттан страховка премияһы 313 мең һум тәшкил итә, инвалид булып ҡалған осраҡта – 2,3 млн һумға тиклем. Һәләк булған хәлдә ғаиләһенә 3 млн һум аҡса түләнә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.