Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2024, 17:10

Инвалид балаһы булған әсәй фатирлы булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров церебраль фалиждан яфаланаған бала тәрбиәләгән әсә яңы фатир асҡысын тапшырҙы.

Инвалид балаһы булған әсәй фатирлы булдыИнвалид балаһы булған әсәй фатирлы булды
Инвалид балаһы булған әсәй фатирлы булды

Альбина Торсонбаева улы Сәйетбәкте яңғыҙы ғына үҫтерә. Ғаилә ауылда,  ауыр шарттарҙа йәшәй. Егеткә даими рәүештә баш ҡаланың кардиология үҙәгендә реабилитация талап ителә, әммә ғаиләнең Өфөлә торлағы булмаған. Шуға республика төҙөүселәренең береһе уларға фатир бүләк итте.

«Беҙ республика хөкүмәте исеменән төҙөүселәргә фатир менән ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек. Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзаларының береһе риза булды. Һеҙгә асҡыс тапшырам һәм яңы йыл менән ҡотлайым. Ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтәһегеҙ, ысын әсәй. Башҡортостанда йәшәүе уңайлы булһын, улығыҙҙы тәрбиәләү өсөн мөмкинлектәр тыуып торһон», — тине Андрей Назаров.

«Был беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Меценаттарға, хөкүмәткә, һеҙгә, Андрей Геннадьевич, властарға беҙҙең хаҡта онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт», - тине Альбина Торсонбаева.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас