Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ғинуар 2024, 13:28

Бер саҡрымда ике авария

Көслө буран һәм күреү мөмкинлегенең насарайыуы арҡаһында Ауырғазы районында бер тирәлә генә ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Бер саҡрымда ике аварияБер саҡрымда ике авария
Бер саҡрымда ике авария

Бөгөн Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 72-се километрында бер юл-транспорт ваҡиғаһында алты автомобиль бәрелешкән, 300 метрҙан һуң биш транспорт сараһы бәрелешкән. Кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр, шөкөр, юҡ. Автомобилдәр генә механик зыян күрә. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Киҫкен ихтыяж булмаһа, ауылдарҙан ситтә йөрөмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Һауа торошоноң яҡшырыуын көтөргә ине. Әгәр һеҙ юлда икән, киҫкен маневрҙар яһамағыҙ, интервал һәм дистанцияны һаҡлағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ эләктерегеҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас