Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2024, 13:47

Тағы ла юлдарҙа хәрәкәт сикләнде...

Көслө ел, һепертмә буран, күпләп ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле, Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдарының биш участкаһында, төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының биш участкаһында пассажирҙар һәм ҙур йөк автотранспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнде.

Тағы ла юлдарҙа хәрәкәт сикләнде...Тағы ла юлдарҙа хәрәкәт сикләнде...
Тағы ла юлдарҙа хәрәкәт сикләнде...

М-5 "Урал" трассаһында Татарстан Республикаһы сигенән Силәбе өлкәһе сигенә тиклем, оҙонлоғо 354 км. Участкала йылытыу пункты булдырылған, 2 автобус рейсы туҡтатылған,

Р-240 "Өфө-Ырымбур" (оҙонлоғо 85 км), 7 автобус рейсы туҡтатылған;

Р-240 "Өфө-Ырымбур" (оҙонлоғо 160 км), 8 автобус рейсы туҡтатылған (Өфө районынан Көйөргәҙе районына тиклем), мобиль йылытыу пункты асылған;

Р-240 "Өфө-Ырымбур" Өфөнөң Көнбайыш урау юлы (Жуков-Подымалов, оҙонлоғо 27 км);

М-7 "Волга" (Татарстан Республикаһы сигенән Өфө ҡалаһына тиклем, оҙонлоғо 162 км), 35 автобус рейсы туҡтатылған.

Бөтә участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 434 км, бөтәһе 52 автобус рейсы туҡтатылған. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты - 20:00 сәғ. 16.01.2024.

Төбәк әһәмиәтендәге 5 автомобиль юлы участкаһында:

- Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы (оҙонлоғо 63 км),

- Октябрьский - Йәрмәкәй (оҙонлоғо 23 км),

- Октябрьский - Туймазы (оҙонлоғо 8 км),

- Мәскәү - Япрыҡ - Туймазы (оҙонлоғо 16 км),

- Шаран - Төмәнәк (оҙонлоғо 5 км).

Бөтә участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 304 км, бөтәһе 14 автобус рейсы туҡтатыла. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты - 16:00 сәғ. 17.01.2024.

Эшкә 92 кеше һәм 59 берәмек юл һәм махсус техника йәлеп ителгән. Һәр участкала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмдәре эшләй. Юл участкаларында 22 стационар йылытыу пункты бар. Хәл контролдә.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас