Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2024, 06:46

Ковид менән зарарланыусылар көндән-көн кәмей

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә  коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны кәмегән.   

Ковид менән зарарланыусылар көндән-көн кәмейКовид менән зарарланыусылар көндән-көн кәмей
Ковид менән зарарланыусылар көндән-көн кәмей

   БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 16 ғинуарҙа 199 кешелә ковид  диагнозы раҫланған.  Кисә 245 кешенең был сир менән ауырыуы асыҡланһа, йома көнө  400 меңдән ашыу кешенең ПЦР-ы ыңғай һөҙөмтә биргәйне. 

Әлеге ваҡытта 141 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала, шуларҙың 76-һы – 60 йәштән ололар. 2169 кеше  амбулатор рәүештә сиргә ҡаршы көрәшә, шуларҙың 977-һе – оло йәштәгеләр.

Тәүлек эсендә 118 кеше һауығып,  ауырыуҙар исемлегенән  сыҡҡан.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас