Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ғинуар 2024, 08:15

Иғтибар! Президенттың яңы указы сыҡты

Владимир Путин ҡул ҡуйған указ бөгөндән ғәмәлгә инә.

Иғтибар! Президенттың яңы указы сыҡтыИғтибар! Президенттың яңы указы сыҡты
Иғтибар! Президенттың яңы указы сыҡты

Ил башлығы яңы почетлы исем булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. "Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидараның атҡаҙанған хеҙмәткәре" званиеһы тураһындағы указ хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.

Яңы маҡтаулы исемдең маҡсаты - дәүләт награда системаһын камиллаштырыу. Был звание урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән юғары һөнәрилеккә эйә булған, халыҡтың тормош-көнкүрешен тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүҙәге ҡаҙаныштары, эшендәге әһәмиәтле һөҙөмтәләре, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуға булышлығы өсөн вазифалы кешеләргә биреләсәк. Шулай уҡ был исемде алыу өсөн урындағы власта кәм тигәндә 20 йыл эшләргә кәрәк һәм дәүләт наградаларының булыуы шарт.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас