Бәләбәйҙән 48 йәшлек ир ялған "банк хеҙмәткәре" менән аралашҡандан һуң, 900 мең һум аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсергән.
Стәрлетамаҡтан 52 йәшлек ир ялған "элемтә операторы"ның һүҙенә ышанып, уға үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен ебәргән, һылтанма буйынса инеп, телефоны менән ситтән тороп идара итеү хоҡуғын биргән. Һөҙөмтәлә аферистар уның исеменә 710 мең һум кредит алған.
Һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Муттар тоҙағына ҡаба күрмәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.