+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 16:00
ТӨПКӨЛ ҠЫШЫ
Беҙҙең төпкөлдә ҡыштарын иң күренекле ваҡиға — һыйыр быҙаулау була торғайны. Һыйыр быҙауланымы — оло байрам башлана: ыуыҙ ҡоймаҡтары, һөтлө сәй, бутҡалар — бына хан һыйы! Өйҙөң бер мөйөшөнә быҙауға кәртә эшләп ҡуйыла. Әсәйем уның эргәһенә кәнсер банкаһы ҡуя ла быҙауҙың эш боҙоп ҡуймауын күҙәтергә ҡуша. Тик күпме ныҡ күҙәтһәң дә бер аҙҙан мөйөштә әҙ-мәҙ булһа ла һарай еҫе сыға башлай. Артыҡ һыуыҡ йылдарҙа һыйырҙы өйгә индереп һауғандары ла иҫтә әле... Мал йәнле лә беҙҙең халыҡ, ә быҙауға һыуыҡ тейһә, ҡазалап та ҡуя. Бына шулай —быҙауҙар, бәрәстәр араһында үҫкән ауыл балалары беҙ. ТӨПКӨЛ ҠЫШЫ Иҫемдә шул, шундай иҫемдә Ҡышҡы эңер, киске ҡар төҫө, Торбаларҙан сыҡҡан аҡ төтөн, Әскелтем тәм биргән ҡар еҫе. Шығыр-шығыр — һис бер сер ҡалмай Кем өйөнә кемдең ингәне, Ҡайһы йортта ҡайнап ни бешә, Ҡайһы йортта нимә көйгәне. Һуңлап ҡына шәмдәр ҡабына Ут үтмәгән төпкөл ауылда, Кәрәсин дә хатта иҫәпле, Шәм ҡыуығы — байлыҡ һанында. Татһыҙ сәйҙе һөтһөҙ һемереп Һыйыр быҙаулауын көтөүҙәр, Төндәр буйы ҡура һағалап Кәрәк төндә йоҡлап китеүҙәр. Һөйөнөүҙәр: быҙау туңмаған, Өй эйәһе тиеп уятты. Һыйлы көнөң - һыйыр, ауылда Йәшәнек бит уға күҙ атып. Ыуыҙ ҡоймаҡтары — хан һыйы, Еҫе уйнай ауыл өҫтөндә, Балаларға быҙау — йыуаныс, Тамаҡ та туҡ, күңел бөтөн дә... Күрше-күлән бергә йыйылып Йөн тетеүҙәр, бәйләм бәйләүҙәр, Самауырҙы ҡат-ҡат ҡайнатып, Аҡҡа тейендек тип сәйләүҙәр. Әкиәттәр һөйләй инәйҙәр Балаларҙың алып һуштарын... Әкиәттә генә ҡалғандай Төпкөл ауылымдың ҡыштары... Гүзәл Ситдыҡова. Һыйырҙарығыҙ быҙаулай башланымы әле? Ыуыҙ ҡоймағы бешереү йолаһы әле һаҡланамы?
ТӨПКӨЛ ҠЫШЫ
Сығанаҡ: "Сәләм" төркөмө.
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"