Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 12:31

М-5 "Урал" трассаһында сикләүҙәр индерелә

Бөгөн федераль әһәмиәттәге М-5 "Урал" автомобиль юлы участкаһында 17 сәғәт 20 минуттан (урындағы ваҡыт) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгән. 

М-5 "Урал" трассаһында сикләүҙәр индереләМ-5 "Урал" трассаһында сикләүҙәр индерелә
М-5 "Урал" трассаһында сикләүҙәр индерелә

Сикләүҙәр Ырымбур өлкәһендә, Татарстан Республикаһында, Башҡортостан Республикаһында 1194-се саҡрымдан алып - 1370-се саҡрымға тиклем.

Сәбәбе: насар һауа шарттары (көслө ел, һепертмә буран, күпләп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге сикләнеүе).

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас