Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 10:12

Иҫерек водитель тотолған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы телеграм-чаты ярҙамында сираттағы иҫерек водитель тотолған.

Иҫерек водитель тотолғанИҫерек водитель тотолған
Иҫерек водитель тотолған

Уҙған шәмбелә битараф булмаған граждан Күгәрсен районы үҙәгендә "Kia Rio" автомобиле водителенең иҫерек хәлдә йөрөүен хәбәр итә. Эҙләү саралары барышында юл-патруль хеҙмәте экипажы водителде Мораҡ ауылында эҙләп тапҡан. Тикшереү 54 йәшлек ирҙең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 1,255 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Әммә иҫерек водитель алкотестер һөҙөмтәләре менән килешмәй. Һөҙөмтәлә уға ҡарата иҫерек булыу-булмауға тикшереүҙән баш тартҡан өсөн административ материал төҙөлә. Ҡағиҙә боҙоусының автомобиле махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас