Башҡортостандан 46 башланғыс 65,8 млн һум грант отҡан.
Ошо көндәрҙә йомғаҡ яһалған. Социаль йүнәлешле НКО-лар быйыл барлығы 90,3 млн һум грант аласаҡ. Был Рәсәй төбәктәре араһында иң ҙур сумма.
"БР Башлығы гранттары фондын, Йәмәғәт палатаһы Аппаратының ресурс үҙәген, республиканың бөтә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын ҡотлайым. Беҙ ҙә быйыл НКО-ларға булышлыҡ итеүҙе көсәйтәбеҙ - 280 млн һум грант бүлергә ҡарар иттек. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 60 млн һумға күберәк", - тип яҙған Радий Хәбиров "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Фото: Радий Хабиров (vk.com)