– Барыһы ла элеккесә инде. Күңел тынысланды. Әллә нимә үҙгәрҙе тип әйтеп булмай. Яуаплылыҡ артты. Шулай уҡ хәҙер кистәрен сығып китеп булмай. «Ҡасан ҡайтаһың?» «Ниңә бараһың?» Дуҫтар менән күрешергә лә һорап китергә кәрәк. Өйләнмәгән ваҡытта ғына ул сыҡтың да киттең.
Хәҙер барыһы ла үҙ яйына килде. Бер нәмәне лә йәшереп йөрөйһө юҡ. Беҙ бит мөнәсәбәттәребеҙҙе күрһәтергә яратмай инек. Хәҙер ҡайҙа барһаҡ та ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөй алабыҙ, проблема юҡ, – ти Ришат Төхвәтуллин.