Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2024, 05:26

Бизнес-миссия әҙерләнә

Былтыр 11 айҙа (ғинуар-ноябрь) Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше күләме 3,1 процентҡа артҡан. Экспорт күрһәткестәре лә яҡшыра.

Бизнес-миссия әҙерләнәБизнес-миссия әҙерләнә
Бизнес-миссия әҙерләнә

Тиҙҙән республиканан бер төркөм "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, Ҡаҙағстанға эш сәфәренә барасаҡ.

Беҙҙән күрше дәүләткә тауар һатыу күләме, 2022 йыл менән сағыштырғанда, былтыр 6,1 процентҡа артҡан. Башҡортостан Ҡаҙағстанға сеймал, минераль продукция, машиналар эшләү материалдары һата.

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, республика вәкилдәре һәр бизнес-миссияла емешле эшләй. Сираттағы эш сәфәре 24-25 ғинуарға билдәләнгән. Тауарын сит илдәргә һатырға теләүсе эшҡыуарҙарға ла яҡшы мөмкинлек был.

Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас