Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2024, 08:00

Һәр ерҙә лә өй йылыһы булһын!

Өфө хосписында бесәй-терапевт йәшәй.  

Һәр ерҙә лә өй йылыһы булһын!Һәр ерҙә лә өй йылыһы булһын!
Һәр ерҙә лә өй йылыһы булһын!

 

Бесәйҙең исеме - Мистика.  Уны приюттан алғандар.

“Беҙ йорт булырға теләйбеҙ, ә бесәй — өй йылыһы биреп торған символ. Мистины терапевт тип атайбыҙ, сөнки уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй ярата, ул беҙҙә команданың тулы хоҡуҡлы ағзаһы кеүек», — тип аңлата приют хеҙмәткәрҙәре. ‎

  Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров Һәм уның ҡатыны, «Өфө хосписы» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова Мистика менән танышты.Улар бында тәрбиәләнеүселәрҙе Иҫке Яңы йыл менән ҡотларға килде. Учреждениеның баш табибы Оксана Кузовкина ҡунаҡтар менән һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты: балалар блогы бүлмәләрендә ата-әсәләр өсөн өҫтәмә карауаттар ҡуйылды, ә хәҙер бында Серафимовка балалар йорт-интернаты тәрбиәләнеүселәре дауалана. Радий Хәбиров шулай уҡ ауыр инсульт кисергән әсәй менән аралашты.

  2023 йылдың июленән хосписта 600-гә яҡын кеше дауаланған һәм тикшереү үткән. Күсмә хеҙмәттәр патронажы аҫтында 2 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 130 бала тора.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас