Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2024, 18:20

Фәләстанға ярҙам итәбеҙ

  Фәләстан-Израиль конфликтында зыян күргән Фәләстан  милли автономияла йәшәүселәр өсөн Башҡортостанда гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Фәләстанға ярҙам итәбеҙФәләстанға ярҙам итәбеҙ
Фәләстанға ярҙам итәбеҙ
 

Бындай ярҙамды ойоштороу тураһында ҡарар былтыр 8 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы сиктәрендә ҡабул ителде. 9 ноябрҙән алып бөгөнгә тиклем республика халҡы тарафынан 50 тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйылды.

Быйыл 14 ғинуарҙа берҙәм республика логистик үҙәгендә Мәскәүгә автомобиль транспорты менән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш министрлығының йыйылма пунктына икенсегә гуманитар ылау оҙатылды, уның күләме 30 тонна тәшкил итә. Артабан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының авиатранспорты менән йөк Мысырға оҙатыла. Әйтергә кәрәк, 10 тонналыҡ гуманитар ылауҙың тәүге өлөшө ошо рәүешле былтыр 22 декабрҙә ебәрелгәйне, ул үҙенең адресаттарына барып етте.

Гуманитар ылау йыйыу республика мәсеттәрендә, мосолман уҡыу йорттарында башҡарыла. Йыйылған әйберҙәр араһында аҙыҡ-түлек, кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, түшәк кәрәк-ярағы, генераторҙар, электр приборҙары һәм башҡалар бар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас