400 грамм бауыр, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан һурпа (йә һыу), тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, үҫемлек майы кәрәк.
Бауырҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибергә. Ҡайнар майлы табала ике яғын 2 – 3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙҙырып алырға. Ярым ҡулсалап туралған һуған һалып, ул үтә күренмәле булғас, 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатырға ла уттан алырға.
Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған бауыр, ҡаймаҡ, лавр япрағы һалырға ла, һурпа ҡойорға һәм 25 – 30 минут ҡыҙыу мейестә бешерергә.
Фото: vkuso.ru