Күршебеҙ Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда булған хәл.
Республика баш ҡалаһының мәғариф идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, балалар баҡсаһы етәкселеге ҡыҙҙың хәле насар икәнен аңлап ҡалыу менән "Тиҙ ярҙам" саҡыртҡан. Тик табиптар баланың үлемен генә теркәгән.
Уға тиклем бала "больничный"ҙа булған, ОРВИ менән сирләгән. Фажиғә булыр көндә учреждениела планлы медосмотр үткәндәр, был баланың хәл-торошо шик уятмаған, ҡәҙимге булған. Тәрбиәселәр ҙә бер ни ҙә һиҙмәгән.
Әле үлем сәбәбе асыҡлана, прокуратура тикшереү башлаған.