Әгәр ҙә теге йәки был продукцияны алдап һатыуҙары асыҡланһа, компенсация талап итә алаһығыҙ. Әлеге ҡағиҙә ҡарары бер һатып алыусының лаваш алғанда алданыуы тураһындағы ялыуынан һуң ҡабул ителгән. Лаваш Рәсәйҙә сығарылһа ла, “элитный армянский” тип яҙылған булған. Суд ҡарары буйынса, продукт ҡылыҡһырламаларында дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт биреү тыйыла. Алданған ҡулланыусы компенсация һорарға хоҡуҡлы.