Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2024, 16:00

***

Аяҡ аҫтарында ҡар шығырлай — Ыңғыраша сафлыҡ, тапалып. Әллә ҡарҙан, әллә сәйер уйҙан, Барған юлда ҡалам туҡталып. Тапалһа һуң! Ҡарҙар тағы яуыр, Күнегәһе быға бармы ни? Йәлләргә һуң — яҙҙар етер-етмәҫ, Ҡар башына етер ҡармы ни? Ҡар аҡлығы ише генәме ни Сафлыҡта, тим, кеше күңеле?! ...Ҡара ергә ҡар һеңешкән кеүек, Һына күңел ҡай саҡ, бер килеп. Һына йәберләнеп йә төңөлөп, Яҡынайтып ғүмер ҡышына — Ҡар башына ҡар етеүҙән бигерәк Кеше етә кеше башына! Шуғалыр ҙа моңда, матурлыҡта Бөтә алмай кеше асылып. Ҡарҙар нимә?! Юҡ бит уның йәне, Мәңге бер үк ҡарҙың асылы. Ә шулай ҙа барған юлда ҡай саҡ Ирекһеҙҙән ҡалам туҡталып: Аяҡ аҫтарында ҡар шығырлай — Ыңғыраша сафлыҡ, тапалып.Хәсән Назар.

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас