Бер ҡалаҡ кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшы итеп таҫтамал менән урап, бер сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Ревматизмдан, бил ауыртҡанда, невралгиянан файҙаһы тейә.
Бер ҡалаҡ сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылы ите урап, ике сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 – 25 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Бер ҡалаҡ яңы ҡаҙып алынған тамырға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.
Стакан ярым ҡара торма һутына бер стакан бал менән ярты стакан араҡы ҡушып бутарға, бер ҡалаҡ тоҙ өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Әҙер төнәтмәне йоҡлар алдынан бәләкәй рюмкаға һалып эсергә. Уның менән шулай уҡ ревматизмдан һәм остеохондроздан ауыртҡан урындарҙы ыуырға мөмкин.
Бер стакан һоло ярмаһына 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, һыуының 1/4 өлөшө быуға әйләнеп бөткәнсе быҡтырырға. Лайлалы төнәтмәне һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда яртышар стакан эсергә. Ул быуындар ауыртыуынан ярҙам итә.
Фото:Т.Аманов.