Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйепләнеүсене асыҡлай алған.
9 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы полицияһына алданған граждандарҙан ғаризалар килә. Улар, сит кешенең яҡынығыҙ юлда аварияға эләккән, тип ышандырып, аралашсы-курьер аша аҡса алыуын хәбәр итә.
Өфөнән 85 йәшлек әбей көндөҙ уға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булып үҙен танытҡан ирҙең шылтыратыуы хаҡында һөйләй. Ул пенсионерҙың ҡыҙының етди юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе тураһында әйтә. Йәнәһе лә, хәҙер уға тиҙ арала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҙур сумма кәрәк.
Был хәбәрҙән албырғап ҡалған пенсионер ҡатын 200 мең һум күләмендә аҡса йыя һәм уны килгән йәш кешегә тапшыра.
Бер нисә сәғәттән 87 йәшлек пенсионер полицияға шундай уҡ ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ул бер иргә 235 мең һум аҡса биргәнен һөйләй.
Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү камераларынан видеояҙмаларҙы тартып ала һәм өйрәнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 22 йәшлек Өфө кешеһе ҡулға алына һәм полиция бүлегенә оҙатыла. Ул курьер ролен үтәгән тип фараз ителә.
Билдәле булыуынса, йәш кеше ҡала колледждарының береһендә уҡый. Ул интернет селтәрендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында мәғлүмәт таба. «Эш биреүсе» менән аралашыу мессенджерҙарҙың береһендә була. Уға аҡсаны ҡайҙан алырға тейешлеген һәм уларҙы күсерергә тейешле иҫәп номерҙарын ебәрәләр. "Эш" өсөн енәйәтсе аҡсалата бүләк ала. Суд ҡарарынан һуң уға зыян күреүселәргә зыянды ҡапларға тура килер, моғайын.
Фото: sparklogic.ru