Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яна Гайдук профессиональ эшмәкәрлеген 2004 йылда Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығының әйҙәүсе белгесе булып башлай. Һуңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт идаралығының әйҙәүсе һәм баш консультанты, БР Президенты Секретариатының баш белгесе, БР Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы советнигы булып эшләй. 2019-2021 йылдарҙа төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары була.