Түбәндәге автомобиль юлдары участкаларында транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн дә юл асыҡ:
- Өфө-Инйәр-Белорет (Архангел һәм Белорет райондарында 67-205 км);
- Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск (Белорет районында 115-276 км);
Белорет-Учалы-Мейәс (Белорет һәм Учалы райондарында 2-99 км).
Бөгөн иртән түбәндәге автомобиль юлдары участкаларында йөк транспорты, пассажирҙар транспорты өсөн яңы хәрәкәт сикләүҙәре индерелде:
- Аксёнов-Аксаков-Бәләбәй 0 саҡрымдан алып 39-сы саҡрымға тиклем (Әлшәй һәм Бәләбәй райондары);
- Өфө-Бөрө-Яңауыл 33-сө саҡрымдан алып 173-сө саҡрымға тиклем (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары).
Фото: БР ЮХХДИ.