Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2024, 19:30

Водителдәр иғтибарына!

М5 "Урал" (Һамар-Өфө-Силәбе) автомобиль юлында 1194-се саҡрымдан алып 1370-се саҡрымға тиклем бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт тулыһынса ябылған! Башҡа йүнәлештәр буйынса мәғлүмәт сайтта.

Водителдәр иғтибарына!Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Өфө-Инйәр-Белорет юлында 67-се саҡрымдан алып 205-се саҡрымға тиклем;

Белорет-Учалы-Мейәс юлында 2-се саҡрымдан алып 99-сы саҡрымға тиклем; 

Бәләбәй-Николаевка-Туймазы юлында 0 саҡрымдан алып 133-сө саҡрымға тиклем;

Октябрьский-Туймазы юлында 9-сы саҡрымдан алып 17-се саҡрымға тиклем;

Октябрьский-Йәрмәкәй юлында 0 саҡрымдан алып 54-се саҡрымға тиклем;

Өфөнөң Көнбайыш урау юлы-Подымалов-Николаевка юлында 27-се саҡрымдан алып 55-се саҡрымға тиклем;

Өфө-Ырымбур юлында 27-се саҡрымдан алып 112-се саҡрымға тиклем пассажир автобустары, таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.

Сикләү иртәнге сәғәт унға тиклем. 

Сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә ихтимал.

Һауа торошо яҡшырғанға тиклем водителдәргә тораҡ пункттарҙан ситкә сығыуҙан тыйылырға ине. Юлда ауыр хәлдә ҡалғандар республиканың Дәүләт автоинспекцияһына 8 (347) 235-84-02, 233-27-31 телефондары буйынса тәүлек әйләнәһенә шылтырата ала. Күрһәтелгән юлдарҙың бөтә участкаларында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй, ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас