Татарстан Диниә назаратының баш ҡазыйы Йәлил Фазлыевтың яуабы:
«Саҙаҡа күккә менер, бәлә-ҡаза күктән төшәр. Әммә мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, йортҡа Ҡөрьән уҡытыу мәжлестәрендә ҡулдан-ҡулға аҡса өләшеү хәйер биреүгә инмәй. Берәү ун һумлыҡ хәйер тарата ла, егерме һумды кире алып ҡайтып китә.
Беҙ ауылыбыҙҙа шундай тәртип булдырҙыҡ: йорт хужаһы саҙаҡа тарата. Шунан һуң бер урынға саҙаҡа бирергә теләүселәр аҡса һала. Үҙ ауылында халыҡтың нисек йәшәп ятҡанын һәр кеше белә. Кемдер ауыр хәлгә тарыған, етди ауырып киткән, тол ҡалған һ.б. Шуға ошо йыйылған аҡсаны уларға бирергә ҡушабыҙ. Ундайҙар булмаһа, мәсеткә килтерегеҙ, тибеҙ. Ҡөрьән ашына саҡырған кешенең ире үлеп ҡалған икән, йыйылған аҡсаны иң бәләкәй балаһына биреп ҡалдырабыҙ. Аҡсаны һанамайбыҙ ҙа, алып та китмәйбеҙ. Был эште һәр кем аңлап, үҙ ихтыяры менән башҡара».
Фото: