Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Января 2024, 04:33

Китапхана китап йорто ғына түгел...

Заманса китапханаларҙа йәнең теләгән эш менән шөғөлләнергә мөмкин. Мәҫәлән, Ишембай районының Үрге Этҡол ауылы китапханаһында футболкаға яҙыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған.

Китапхана китап йорто ғына түгел...Китапхана китап йорто ғына түгел...
Китапхана китап йорто ғына түгел...

Ауылға Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең рәссам-декораторы Гөлсөм Ишмөхәмәтова килеп, "Футболкаға башҡорт милли биҙәге баҫыу" темаһына оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Был сара "Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" йүнәлешенә ярашлы ойошторолған.

Китапханасы биҙәктәр тураһында мәғлүмәт биргән, оҫта иһә кейемгә яҙыу өсөн ниндәй эш ҡоралдары кәрәк, ниндәй техника ҡулланырға, материалдар тураһында һөйләп, күрһәтеп, бик мауыҡтырғыс дәрес үткәргән. 
Фото: Муниципальное бюджетное учреждение Отдел культуры муниципального района Ишимбайский район Республика Башкортостан.

 

Китапхана китап йорто ғына түгел...
Китапхана китап йорто ғына түгел...
Китапхана китап йорто ғына түгел...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас