Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Января 2024, 07:16

"Был урманда кеше йыш юғала..."

Бәләбәй яғында бер урман бар икән. Унда йыл башынан алып, төрлө көндә өс кеше юғалған.

"Был урманда кеше йыш юғала...""Был урманда кеше йыш юғала..."
"Был урманда кеше йыш юғала..."
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, 2 ғинуарҙа урманда 68 йәшлек ҡатын юғалған. Ныҡ ҡына өшөгән ҡатынды ауыл халҡы тапҡан.
Кисә лә шул уҡ урманға бер парҙы эҙләргә ҡотҡарыусылар сыҡҡан. Ир менән ҡатын "ватрушка"ла шыуырға барып, аҙашҡан. Ярай әле, уларҙы тиҙ тапҡандар. 
Урманға сыҡһағыҙ, һаҡ булығыҙ!

Фото: пресс-служба госкомитета РБ по ЧС.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас