Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2024, 06:31

Башҡортостанда яңы дәүләт программаһы раҫланды

"Башҡортостан Республикаһында уңайлы мөхит" документы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында әҙерләнгән. 

Башҡортостанда яңы дәүләт программаһы раҫландыБашҡортостанда яңы дәүләт программаһы раҫланды
Башҡортостанда яңы дәүләт программаһы раҫланды

Документҡа  БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Уға ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн хоҡуҡи, иҡтисади шарттар булдырыла. Төп бурыс - инвалидтарға һәм башҡа әҙ хәрәкәтле кешеләргә мөһим  объекттарға инеүҙә, хеҙмәттәр күрһәтеүҙә өҫтөнлөк биреләсәк, торлаҡ йорттарҙа шарттар булдырыласаҡ.

Белеүегеҙсә, быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылы тип иғлан ителде. 31 ғинуарға тиклем саралар поаны раҫланырға тейеш.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас